Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала Өфө тураһында «көрсөккә ҡаршы» ролик популярлыҡ яулай бара

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Социаль селтәрҙәрҙә ҡояшлы Өфөгә арналған һәм фотограф Николай Крицкий төшөргән фотоһүрәттәрҙән төҙөлгән ролик популярлыҡ яулай бара.

Кадрҙа бәхетле өфөләрҙең — балаларҙың, йәштәрҙең, ветерандарҙың шат йөҙҙәре күренә. Роликта Илһам Шакиров башҡарыуында «Иҙел буйы ҡайындары» йыры яңғырай. Халыҡтың Сергей Аксаков исемендәге баҡсала ял итеүе, Ленин урамы, «Ҡунаҡһарай»ҙағы фонтандар, Өфөлә сираттағы «Шыршылар» фильмын төшөрөү... Баш ҡалалағы «Минең бер көнөм» салют менән тамамлана.

  

Табип-косметолог Әлиә Туҡаева быны өфөләрҙең яңыраҡ блогер Илья Варламов Башҡортостандың баш ҡалаһын бысраҡ ҡала тип белдереүенә яуабы тип иҫәпләй.

— Мин был роликты бик уңышлы тип уйлайым, — тине журналист һәм блогер Шамил shamil Вәлиев. — Билдәле йырсы Илһам Шакировтың тауышы уға үҙенсәлек өҫтәй.

Николай Крицкий һүҙҙәренсә, роликты 12 көн төшөргәндәр, ә музыкаһын ике йыл эҙләгәндәр. Автор «Башинформ» агентлығы аша уға һәм кешеләргә яҡшы кәйеф бүләк иткәндәре өсөн баш ҡала халҡына рәхмәт белдерҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть