7 декабрь, Шаршамбы

22 апрель 2015 йыл, 18:06

Башҡортостан Сергей Михалев менән бәхилләште

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. 22 апрелдә Башҡортостандың баш ҡалаһында Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Сергей Михалев менән бәхилләшеү булды. Данлыҡлы хоккейсыны, нисәмә быуын билдәле уйынсылар тәрбиәләгән тренерҙы, яҡшы ғаилә башлығын һәм изге йөрәкле кешене һуңғы юлға оҙатырға «Өфө-Арена»ға меңдәрсә кеше, бик күп көйәрмәндәр, спорт ветерандары, шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов килде.

— Сергей Михайлович арабыҙҙан бик иртә китте. Уны халыҡ тренеры тип йөрөттөләр, уның хаҡында шулай тип яҙҙылар. Уны барыһы ла яратты, хөрмәт итте. Ул үҙендәге хоккейҙы яратты. Тап ошо принцип уға «Салауат Юлаев»тың тәүге алтын миҙалдарын яуларға мөмкинлек бирҙе. Уның пландары ҙур ине. Ике-өс аҙна элек кенә Сергей Михайлович менән һөйләшкәйнем. Был барыбыҙ өсөн дә ауыр юғалтыу. Кисә ошо хаҡта ишетеү беҙҙең өсөн ауыр һынау булды. Ғаиләһенең, дуҫтарының, иптәштәренең, көйәрмәндәрҙең ҡайғыһын уртаҡлашам, — тине республика етәксеһе.

Сергей Михалев 23 апрелдә Тольяттиҙа ерләнәсәк. Уның ҡыҙы һәм ике бәләкәй улы ҡалды.

темалар: хәтер