5 декабрь, Дүшәмбе

22 апрель 2015 йыл, 17:36

Рөстәм Хәмитов: «Халыҡтың йәшәү сифатын кәметергә хаҡыбыҙ юҡ»

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 22 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов килем алыу мөмкинлеген, Башҡортостан Республикаһы бюджетына һәм муниципаль берәмектәр бюджеттарына һалым һәм һалым булмаған килемдәрҙе арттырыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияһы ултырышын үткәрҙе.

Төбәк етәксеһе республиканың тупланма бюджетына килгән һалым һәм һалым булмаған килемдәр күләме 30 миллиард һум тәшкил иткән, был үткән йылғы күрһәткестәрҙән 1 миллиардҡа күберәк тип хәбәр итте. Үҫеш темптары Волга буйы федераль округы төбәктәрендәге уртаса күрһәткестәрҙән 2-2,5 тапҡырға юғарыраҡ.

— «Юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ» тигән халыҡ мәҡәлендәгесә, 2015 йылға планды раҫланыҡ. Быйыл килемгә һалымдың ауыр башҡарыласағын аңлайбыҙ. Төрлө сәбәптәр буйынса милеккә һалымдың бер өлөшө кәметелер, моғайын. Шуға ҡарамаҫтан, үҙебеҙ өсөн билдәләгән планды 100 процентҡа үтәргә тейешбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Башлығы бер нәмәгә ҡарамаҫтан, бөтә социаль йөкләмәләрҙе башҡарырға кәрәк тип билдәләне.

— Халыҡтың йәшәү сифатын кәметергә хаҡыбыҙ юҡ. Алда ҡатмарлы бурыс тора, — тине Рөстәм Хәмитов. — Әйҙәгеҙ, бюджетты тулыландырыу өсөн ниндәй мөмкинлектәр булыуын, ҡаҙнаны тулыландырыуға яуап биргән кешеләрҙең әүҙемерәк эшләүе тураһында һөйләшәйек. Улар иҡтисади яҡтан ауыр йылдарҙа бюджет ресурстарын тулыландырырға кәрәклеген аңларға тейеш. Был — республикала эшләүселәрҙең дә, дәүләттең дә бурысы.