11 декабрь, Йәкшәмбе

22 апрель 2015 йыл, 16:41

Республикала Европа иммунизация аҙналығы бара

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан Европа иммунизация аҙналығына ҡушылды. Сара 20 апрелдән 27-нә тиклем үткәрелә. СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш һәм иҫкәртеү буйынса республика үҙәгенең баш табибы Рафаэль Яппаров «Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙә генә түгел, Көнбайыш Европа, Латин Америкаһы, Африка илдәрендә лә йоғошло сирҙәрҙең артыуына бәйле халыҡты иммунизациялау проблемаһы тәүге урынға сыға.

Аҙналыҡтың төп маҡсаты — халыҡтың йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса хәбәрҙар булыу кимәлен күтәреү. Быйыл Европа иммунизация аҙналығы «Иммунизациялағы проблемаларҙы юҡ итергә!» тигән девиз аҫтында уҙа.

Йыл һайын Башҡортостанда 1,8 миллиондан ашыу кеше йоғошло сирҙәргә ҡаршы прививка яһата.

Ошо саралар һөҙөмтәһендә 2014 йылда республикала дифтерия, тартышыу, полиомиелит, ҡыҙамыҡ кеүек ауырыуҙар теркәлмәгән. Әммә, Рафаэль Яппаров билдәләүенсә, ҡайһы бер инфекциялар буйынса эпидемик хәл насарайған. Быйыл быума йүтәл менән ауырыу 1,7 тапҡырға артҡан һәм  урындағы халыҡ араһында ҡыҙылса менән ауырыуҙың ике осрағы теркәлгән.

Баш табип һүҙҙәренсә, дифтерияға, быума йүтәлгә, ҡыҙылсаға ҡаршы прививка яһатылмаған балаларҙың һаны артҡан.

Башҡортостанда аналыҡта яман шеш барлыҡҡа килтереүсе папилломатоз инфекцияһынан вакцинация үткәрелә. 2010 йылдан алып 12 -16 йәшлек 3,5 мең ҡыҙға прививка яһалған. Быйыл тағы ике мең доза вакцина һатып алынған.

— Йоғошло сирҙәр хәүефһеҙлеге мәсьәләләре Өфөләге ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек сиктәрендә лә бик мөһим. Тәү сиратта медицина, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә, ирекмәндәргә А гепатиты, дизентерия, ҡыҙылсанан вакцинация үткәрелә, — тип хәбәр итте Рафаэль Яппаров.