Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостандың йылға-күлдәрендә аҡҡоштар күренә башланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Башҡортостандың йылға-күлдәрендә аҡҡоштар күренә башланы. Атап әйткәндә, Туймазы районындағы һыу ятҡылығына аҡҡоштар ҡайтҡан. Ундағы боҙ тулыһынса иреп бөтмәһә лә, пар аҡҡоштар күлгә төшкән. Йыл һайын эргә-тирәләге йорттарҙа йәшәүселәр матур ҡоштарға ҡарап һоҡлана. Былтыр яҙ бында күпмелер ваҡыт биш аҡҡош йәшәгән.

«Ҡандракүл» тәбиғәт паркы экологы Ирина Сабирова һүҙҙәренсә, Ҡандракүл — аҡҡоштарҙың яратҡан урыны. Осош ваҡытында унда 320-гә яҡын ҡош иҫәпләнә, әммә барыһы ла ояламай. 2012 йылда ете пар оя ҡорған. Ҡағиҙә булараҡ, ҡоштар апрель баштарында ҡайта һәм декабргә тиклем ҡала, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть