4 декабрь, Йәкшәмбе

22 апрель 2015 йыл, 14:47

Аралашсы банктар аша эшҡыуарлыҡты кредитлауҙы кәметергә кәрәк — Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Ағымдағы йылда Башҡортостанда бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына процентһыҙ бурысҡа аҡса биреү буйынса Инвестиция башланғыстарына булышлыҡ итеү фонды булдырыласаҡ. Был хаҡта Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы төбәк штабы ағзаһы, республиканың Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға булышлыҡ итеү фондының генераль директоры Денис Мусин хәбәр итте.

— Ҡатмарлы иҡтисади хәлдә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа туранан-тура ярҙам күрһәтергә, аралашсы банктар аша кредитлауҙы кәметергә кәрәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды спикер. — Аҡсаны фондтар, финанс ойошмалары, лизинг программалары, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар аша эшҡыуарлыҡҡа финанс ярҙамын киңәйтеүгә йүнәлтергә мөмкин.

Денис Мусин һүҙҙәренсә, санкция шарттарында банктар процент ставкаһын арттырырға мәжбүр, был иһә бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа бик ауырға төшә.  

«Тура бәйләнеш» барышында Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәйҙәге бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың проблемалары дәүләт ярҙамын ҡулланыусыға еткереүҙә кәрәкле механизмдарҙың булмауына ҡайтып ҡала тип белдерҙе.