2 декабрь, Йома

22 апрель 2015 йыл, 9:10

Төбәктә һауа торошоноң боҙолоуы көтөлә

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы 21 апрелдән 22-нә тиклем һауа торошоноң боҙолоуы тураһында хәбәр итә.

Шаршамбы, 22 апрелдә, көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Ваҡыты менән ямғыр яуасаҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан секундына 8-13 метр тиҙлектә иҫәсәк, урыны менән секундына 15-20 метрға етәсәк. Көндөҙ 6-11 градус йылы буласаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, дүшәмбе, 20 апрелдә, көслө ел сығыуы арҡаһында ауған ҡоро ағас Škoda Octavia Scout  автомобиленә зыян килтерҙе.

Район хакимиәттәренә ҡарт ағастар үҫеп ултырған урындар тураһында хәбәр итергә мөмкин. Заявкалар Дим районында — 281-22-07, Калинин районында — 263-34-47, Киров районында — 279-90-38, 279-90-37, 274-49-73, Ленин районында — 229-04-30, Октябрь районында 292-73-00 телефондары буйынса ҡабул ителә. Сипайлово биҫтәһендә йәшәүселәр — 236-37-71, Орджоникидзе районы — 242-36-59, Совет районы халҡы 272-16-10 телефондары буйынса шылтырата ала.