Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Тәүлек эсендә Йомағужа һыу һаҡлағысындағы һыу кимәле ике метрға күтәрелгән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Башҡортостандағы яҙғы ташҡын буйынса мәғлүмәттәргә ярашлы, 2015 йылдың 22 апреленә тәүлек эсендә Йомағужа һыу һаҡлағысындағы һыу кимәле 214 сантиметрға, Павловка һыу һаҡлағысында — 67, Нөгөштә 151 сантиметрға артҡан. Тораҡ пункттарҙы һыу баҫмаған.

«Башинформ» агентлығына Йомағужа һыу һаҡлағысы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тәүлек эсендә һиҙелерлек күтәрелгән һыу кимәле нормаға тап килә һәм тирә-яҡтағы ауылдарҙа йәшәүселәргә хәүефләнергә сәбәп юҡ.

«Өфө» гидрологик посы эргәһендә Ағиҙел йылғаһының кимәле тәүлек эсендә 31 сантиметрға артҡан, әлеге ваҡытта һыу кимәле 307 сантиметр тәшкил итә. Дим йылғаһы бер төн эсендә ете сантиметрға күтәрелгән. Хәҙерге мәлдә һыу кимәле — 266 сантиметр. Шаҡша биҫтәһендә Ҡариҙел йылғаһы 25 сантиметрға артҡан, һыу кимәле 351 сантиметр тәшкил итә. Өфөлә һыу кимәле 620-720 сантиметрға етәсәк тип күҙаллана.

Теги: ташҡын
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть