3 декабрь, Шәмбе

22 апрель 2015 йыл, 11:41

Баш ҡалала Еңеү ҡоралы хаҡында балалар өсөн буяу китабы баҫылып сыҡты

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Еңеү ҡоралы» тигән буяу китабы донъя күрҙе. Уның авторы — педагогия фәндәре кандидаты, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башланғыс белем биреү теорияһы һәм методикаһы кафедраһы доценты Екатерина Савельева. Баҫма Бөйөк Еңеүгә 70 йыл тулыуға арналған. Текст рус һәм башҡорт телдәрендә яҙылған (башҡортсаға Динара Кәримова тәржемә иткән). Китап биттәрендә балалар совет хәрби техникаһы менән таныша ала. Бында Т-34 танкы, артиллерия пушкалары, «Максим» пулеметы, М-72 мотоциклы төшөрөлгән.

«Еңеү ҡоралы» — матур биҙәлешле китап. Рәссамы — Эмиль Кәримов.

Балалар өсөн яңы баҫма 700 дана тираж менән нәшер ителгән. Яҡын арала китап нәшриәттең китап магазиндарына һатыуға сығарыласаҡ.