9 декабрь, Йома

22 апрель 2015 йыл, 11:16

Башҡортостанда «Георгий таҫмаһы» акцияһы башлана

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Бөгөн, 22 апрелдә, көндөҙгө сәғәт 4-тә Ленин исемендәге майҙанда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған «Георгий таҫмаһы» патриотик акцияһы башлана.

Акцияны ойоштороусылар — «Мин Илһөйәр» гражданлыҡ-патриотик тәрбиә төбәк йәмәғәт ойошмаһы, «FreshФормат» полиграфия компанияһы һәм «Тайпан» һаҡ агентлығы булышлығында һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының ҡала советы менән берлектә Өфө хакимиәте.

Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, акция барышында «Еңеү йырҙары» тип аталған концерт буласаҡ, шулай уҡ «Хәрби Дан күргәҙмәһе» ойоштороласаҡ. «Ветеранға хат» тематик майҙансығында баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары ветерандарға ҡотлау яҙып ҡалдыра ала. «Еңеүсене эҙләйем» проекты һуғыш йылдарында хәбәрһеҙ юғалған кешеләр тураһында мәғлүмәт туплай.

Сара барышында Өфөнөң хәрби-патриотик һәм үҫмерҙәр клубы тәрбиәләнеүселәре Георгий таҫмаларын таратасаҡ.