8 декабрь, Кесе йома

22 апрель 2015 йыл, 10:23

Өфөлә «Сколково» фондының бөтә Рәсәй стартап-туры асылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфө дәүләт нефть техник университетында ике көнлөк стартап-тур асылды. Ойоштороусылар уны перспективалы яңы технологиялар һәм ҡарарҙар эҙләү буйынса Рәсәйҙә иң ҙур проект тип атай. Унда ҡатнашыу өсөн республиканың баш ҡалаһына 400-ҙән ашыу кеше килде.

Сараны асып, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов стартап-тур кеүек ваҡиғалар Рәсәй төбәктәрендә инновацияны үҫтереү өсөн бик мөһим тип билдәләне.

— Беҙ бындай осрашыуҙарҙы дауам итергә әҙер. Был нефть химияһы, биомедицина, радиоэлектроника өлкәһендәге ҡаҙаныштарыбыҙ менән уртаҡлашыу өсөн яҡшы мөмкинлек. Иң мөһиме — маҡсатҡа ынтылыуҙан туҡтамаҫҡа кәрәк, — тине вице-премьер.

— Стартап-тур — таланттар эҙләү буйынса ҙур сараларҙың береһе. Беҙ Рәсәйҙең инновациялы картаһында Өфөнөң мөһим урын ала барыуына шатбыҙ. Университетыбыҙҙың ошо ваҡиғала ҡатнашыуы айырыуса ҡыуаныслы. Беҙ «Сколково» фонды менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Мин стартап-турҙың йәштәргә яңы белем алырға, яңы технологиялар булдырырға ярҙам итәсәгенә ышанам, — тине Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы Рәмил Бәхтизин.

Рәмил Бәхтизин беренсе көндө сығыштар һәм оҫталыҡ дәрестәре буласаҡ тип асыҡлыҡ индерҙе. Икенсе көндө эксперттар тарафынан алдан һайлап алынған командалар баһалама ағзаларына үҙҙәренең инновациялы проекттарын тәҡдим итәсәк.

«Сколково» фонды президенты кәңәшсеһе Пекка Вильякайнен Өфөгә өсөнсө тапҡыр килгән.

— Мин 200 кешелек ауылда тыуҙым һәм оҙаҡ йылдар шунда йәшәнем. 13 йәшемдә үҙемдең эшемде астым. Һуңғараҡ эшселәр яллай башланым һәм уларҙың һаны 26 илдә 10 меңгә етте. Өс йыл элек, ул ваҡытта миңә 39 йәш ине, эштән ситләштем. Хәҙер дивидендтар алам, — тип һөйләне миллионер.

Пекка Вильякайнен фекеренсә, кешеләр «уянһын» өсөн Рәсәй көрсөк хәлендә ҡалырға тейеш ине.

— Көрсөк — яңы компаниялар асыу өсөн иң яҡшы мәл. Хәҙер ҙур компаниялар, нефть производстволары һәм банктар яңы үҫеш юлын эҙләй. Был — бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн үҙенсәлекле мөмкинлек. Минең күҙаллауымса, алдағы ун йылда Рәсәйҙә меңдәрсә эш урыны барлыҡҡа киләсәк, һәм уларҙың барыһы ла бәләкәй производство өлкәһендә тупланасаҡ, — тине Пекка Вильякайнен.

Конкурс программаһы йомғаҡтары буйынса беренсе урынға лайыҡ булыусы йәй көнө «Сколково» үҙәге территорияһында үтәсәк финалға путевка менән бүләкләнәсәк. Икенсе һәм өсөнсө урын алыусыларға фәнни-техник өлкәлә Бәләкәй предприятиеларға ярҙам фондынан гранттар, шулай уҡ финалда ҡатнашыуға саҡырыу тапшырыласаҡ.