11 декабрь, Йәкшәмбе

21 апрель 2015 йыл, 18:54

Башҡортостан йәмәғәтселеге Сергей Михалевтың фажиғәле һәләк булыуына ҡайғыра

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Хәбәр итеүебеҙсә, 21 апрелдә 68-се йәшендә башҡорт хоккейы ветераны, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Сергей Михайлович Михайлов фажиғәле рәүештә яҡты донъянан китте. Башҡортостандың спорт йәмәғәтселеге, «Салауат Юлаев» хоккей клубы көйәрмәндәре ҙур юғалтыу кисерҙе.

Рәсми некрологта Сергей Михалевтың ил алдындағы хеҙмәттәре билдәләнә. Уның спорт карьераһы 1966 йылда «Буревестник» (Силәбе) хоккей клубында башлана. 1970 йылда уны Өфөгә «Салауат Юлаев» хоккей клубына саҡыралар. 1979 йылда Тренерҙарҙың юғары мәктәбен тамамлағас, тренер булып эшләй башлай. 1987 йылдан алып 1990 йылға тиклем «Салауат Юлаев» хоккей клубының баш тренеры булды.

1989 йылғы Универсиадала көмөш призер булған СССР-ҙың студенттар йыйылма командаһын етәкләне. 1990-1999 йылдарҙа «Лада» хоккей клубының (Тольятти) баш тренеры ярҙамсыһы булып эшләне. 1997 йылда «Лада» Рәсәй чемпионатында һәм Европа Кубогында көмөш миҙал яуланы.

1999-2005 йылдарҙа Сергей Михайлович — Череповец ҡалаһының «Северсталь» командаһының, 2000 йылда — Рәсәйҙең юниорҙар йыйылма командаһының баш тренеры, 2002 йылда — милли йыйылма командаһының баш тренеры ярҙамсыһы. 2006 йылда — Рәсәйҙең йәштәр йыйылма командаһының баш тренеры.

2005 йылдың ноябрендә Михалев «Салауат Юлаев»тың баш тренеры вазифаһына кире ҡайтты һәм Өфө клубы тарихында тәүге тапҡыр 2007-2008 йылдар миҙгелендә Рәсәй чемпиондары титулын яуланы.

2011 йылдың 30 майында ул өсөнсө тапҡыр «Салауат Юлаев»тың баш тренеры вазифаһына күсте. 2013 йылдың апреленән «Лада»ның генераль менеджеры булып эшләне.

2015 йылдың февралендә «Салауат Юлаев» хоккей клубының спорт мәсьәләләре буйынса генераль директоры вазифаһын биләне, Хоккей клубы идараһы составына инде.

Уға «РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры», «СССР-ҙың спорт мастеры», «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемдәр бирелгән. Ул II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн», «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордендары менән бүләкләнгән.

Некрологҡа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, башҡа дәүләт, спорт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡул ҡуйған.

Бөйөк спортсы һәм тренер менән бәхилләшеү иртәгә көндөҙгө сәғәт 12-нән 3-кә тиклем «Өфө-Арена» бинаһында уҙа.

Йыназанан һуң уның кәүҙәһен Тольяттиға алып китәсәктәр. 23 апрелдә «Лада-Арена»ла урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 10-дан 1-гә тиклем Сергей Михалев менән бәхилләшеү буласаҡ.

темалар: хәтер