5 декабрь, Дүшәмбе

21 апрель 2015 йыл, 17:29

«Китап» нәшриәте — Көньяҡ Урал китап йәрминкәһе дипломанты

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте Силәбе өлкәһендә үткән «Көньяҡ Урал китап йәрминкәһе-2015» төбәк-ара күргәҙмәһендә ҡатнашты. Йәрминкә Әҙәбиәт йылы сиктәрендә Силәбе өлкәһенең Мәҙәниәт министрлығы булышлығында ойошторолған. Унда Силәбенән, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Екатеринбургтан, Өфөнән һәм Кустанайҙан (Ҡаҙағстан) 13 нәшриәт һәм дүрт китап һатыу компаниялары ҡатнашты.

Йәрминкәлә уҡыу, методик, нәфис, балалар, тыуған яҡты өйрәнеү, публицистик, шулай уҡ сит телдәрҙә милли әҙәбиәт тәҡдим ителде.

Сара сиктәрендә китап сығарыу һәм таратыу, китапханаларҙы тулыландырыу мәсьәләләре тикшерелде.

— «Китап» нәшриәте Силәбелә тәүге тапҡыр үҙенең продукцияһын тәҡдим итте. Бында Башҡортостан тәбиғәте буйынса китаптарҙан алып «Урал батыр» эпосына тиклем йәнең теләгән баҫмалар бар ине. Йәрминкә барышында «Китап» нәшриәтенең презентацияһы булды. Коллегаларыбыҙҙың продукцияһы бик йөкмәткеле, артабан полиграфик оҫталыҡ тәжрибәһе менән уртаҡлашырға теләйбеҙ, — тип билдәләне нәшриәттең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева.

Йәрминкә йомғаҡтары буйынса Башҡортостан китап нәшриәте диплом менән бүләкләнде, тип хәбәр иттеләр «Китап»тың матбуғат хеҙмәтенән.