10 декабрь, Шәмбе

21 апрель 2015 йыл, 17:00

Башҡортостанда Хакасиялағы хәлдең ҡабатланыуына юл ҡуйылмаясаҡ — республиканың урман хужалығы министры

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостанда Хакасиялағы урман янғындарына бәйле хәлдең ҡабатланыуына юл ҡуйылмаясаҡ. Төбәктә иҫкәртеү эштәре көсәйтелгән. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына республиканың урман хужалығы министры Динир Әхмәтйәнов хәбәр итте.

— Әлеге мәлдә төбәктәге биш зонала беҙҙең ведомство ҡарамағындағы учреждениеларҙың күнекмәләре үтте. Беҙ Хакасиялағы кеүек ҙур янғындарға юл ҡуймау өсөн ҡуртымға алыусылар һәм урындағы халыҡ менән бергәләп эш алып барырға тырышабыҙ. Ошо йүнәлештә ыңғай динамика бар. 2010 йыл менән сағыштырғанда, янғындар һаны кәмей бара. Беҙ янғынды беренсе тәүлектә үк һүндерергә тырышабыҙ. Диспетчерҙар хеҙмәте эшләй, ер өҫтөндә һәм һауанан тикшереү ойошторолған, — тине Динир Әхмәтйәнов.

Башҡортостанда янғын хәүефһеҙлеге миҙгеле башланыуы тураһында иғлан ителде. Республиканың Урман хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, был ҡарҙың иртә иреүе һәм һауа температураһының күтәрелеүе арҡаһында урмандарҙа ут сығыу ҡурҡынысы барлыҡҡа килеүгә бәйле.