10 декабрь, Шәмбе

21 апрель 2015 йыл, 16:22

Республикала «Библиотөн-2015» акцияһында 200 меңдән ашыу кеше ҡатнашасаҡ

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 24 апрелдә Рәсәйҙә дүртенсе тапҡыр «Библиотөн» социаль-мәҙәни акцияһы ойошторола. Быйыл сара Рәсәйҙә иғлан ителгән Әҙәбиәт йылының төп ваҡиғаһы буласаҡ. Унда шулай уҡ республиканың дәүләт һәм муниципаль китапханалары ла ҡатнашасаҡ.

Төбәктә «Библиотөн» акцияһы киске сәғәт 6-ла башлана. Балалар өсөн тәғәйенләнгән саралар көндөҙгө сәғәт 3-тән киске 9-ға тиклем дауам итәсәк.

Киң күләмле сарала 800-ҙән ашыу китапхана ҡатнашасаҡ тип планлаштырыла. Быйыл баш ҡалала Өфө, Иглин, Ҡырмыҫҡалы райондарының өс күсмә китапханаһы күрһәтеләсәк. Библиобустар Дорогин, Шамонин, Зубов, Чесноковка, Булгаков ҡасабаларында, «Мега» сауҙа үҙәгендә, Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендә, Аксаков һәм Яҡутов исемендәше Мәҙәниәт һәм ял парктарында туҡтаясаҡ. «Библиотөн» байрамы башланыр алдынан библиобустар Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана янындағы майҙанға киләсәк.

Башҡортостандың һуҡырҙар өсөн китапханаһында махсус кисә ойошторола. Әҙәби ҡунаҡхана, тактиль китаптар күргәҙмәһе эшләйәсәк, «Һунарсы улы» йәнһүрәтен һәм «Ел ҡыуыусы» фильмын ҡарау планлаштырылған.

Акцияла республиканың муниципаль китапханалары ла ҡатнашасаҡ. «Библиотөн-2015» акцияһында 200 меңдән ашыу кеше киләсәк тип күҙаллана.