Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.92 ↑

EUR 70.37 ↑

16 август, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡорт ҡыҙы «Һоҡланғыс һылыуҡай» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында ҡатнаша

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостаны һылыуы Эльвира Ишморатова «Һоҡланғыс һылыуҡай» халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеһенең финалында ҡатнашыуға саҡырыу алды. Конкурс 28-31 майҙа Мәскәү һәм Тверь өлкәләре сигендә үтә.

Сараның рәсми сайтында хәбәр итеүҙәренсә, фестивалдең тәүге көнөндә 5 йәштән 12 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар ярыша. Икенсе көндө өлкәндәр өсөн матурлыҡ конкурсы ғәҙәти булмаған форматта уҙа:  90-60-90 стандарттарына тап килгән моделдәр plus size моделдәренә ҡаршы сығыш яһай.

— Проекттарымдың һәм башҡорт халҡының матурлығы халыҡ-ара конкурсты ойоштороусыларҙы ҡыҙыҡһындырыуына бик шатмын. Шундай мөмкинлек биргәндәре өсөн рәхмәт белдерәм, — ти Эльвира Ишморатова.

Фестиваль сиктәрендә Рәсәй һәм сит ил дизайнерҙарының кейем-һалым коллекцияһы күрһәтеләсәк, донъя кимәлендә билдәле йондоҙҙарҙың концерты, экскурсиялар, фотосессиялар ойоштороласаҡ. Жюри составында — режиссер, яҙыусы һәм актер Андрей Житинкин, фоторәссам Vogue Джо д'Орсей (Франция), стилист Хакуйо Мийа (Япония), рәссам Никас Сафронов, модель һәм фоторәссам Велвет д'Амур (Франция), сумо көрәше буйынса донъя чемпионы Олеся Коваленко, йырсы Виктория Пьер Мари.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть