Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

30 апрель — килем тураһында декларация тапшырыуҙың һуңғы көнө — Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

30 апрелдә физик шәхестәрҙең килеменә һалым буйынса декларациялар тапшырыу ваҡыты тамамлана, тип хәбәр иттеләр Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

24-25 апрелдә һалым түләүселәргә ярҙам итеү йәһәтенән «Асыҡ ишектәр көнө» акцияһы уҙғарыла. Уның барышында белгестәр декларация тултырғанда ярҙам күрһәтәсәк. Бынан тыш, граждандар килем һалымы буйынса бурыстары тураһында мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә. Шулай уҡ «Физик берәмектәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты» сервисына тоташырға була.

24 апрелдә һалым инспекциялары киске сәғәт 8-гә, 25 апрелдә көндөҙгө 3-кә тиклем ҡабул итә.

Тулыраҡ мәғлүмәт Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы «Декларация кампанияһы» бүлегендә бирелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть