6 декабрь, Шишәмбе

21 апрель 2015 йыл, 11:56

«Салауат Юлаев» хоккей клубының элекке тренеры Сергей Михалев Силәбе өлкәһендәге юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 21 апрелдә иртән Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Сергей Михалев коллегаһын, тренер Валерий Белоусовты ерләүҙән ҡайтып килгәндә Әшә янында юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булды. Ошо хәбәрҙе «Салауат Юлаев» хоккей клубының матбуғат хеҙмәтендә раҫланылар. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Михалев ултырған «Шкода Октавия» автомобиле ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм йөк машинаһына бәрелә. Юл-транспорт фажиғәһе иртәнге 6-сы ярты тирәһендә Һамар — Өфө — Силәбе трассаһында теркәлә. Ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана.

Сергей Михалев 70-се йылдарҙан алып башҡорт клубы составында уйнай. Карьераһы тамамланғас, тренер булып эшләй, «Салауат Юлаев»тың баш тренеры (1979-1990) була. 2005 йылда баш тренер вазифаһына Өфө клубына кире ҡайта, уның етәкселегендә юлаевсылар 2007-2008 йылдар миҙгелендә Рәсәй чемпионатында алтын миҙал яулай. 2015 йылдың февраленән Сергей Михалев клубта спорт мәсьәләләре буйынса генераль менеджер вазифаһын биләне.

темалар: юғалтыу