3 декабрь, Шәмбе

21 апрель 2015 йыл, 11:08

«Тамаша» журналының икенсе һанында сәнғәт әһелдәренең тормошо һәм ижады менән танышырға мөмкин

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Тамаша» журналының икенсе һаны күренекле сәнғәт әһелдәренең тормошона һәм ижадына бағышланған. Фәрит Фәтҡуллин Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Бәхти Ғайсин хаҡында бәйән итә. Билдәле аккордеонсы һәм композитор Башҡорт дәүләт филармонияһында күп йылдар концертмейстер булып эшләй, мәшһүр йырсы, тормош иптәше Фәриҙә Ҡудашева менән бергә сығыш яһай. Ошо музыкаль һәм ғаилә дуэты тамашасыларҙың һөйөүен яулай.

Риф Мифтахов башҡорт яҙыусыһы, шиғырҙар, повестар, романдар, новеллалар, юмористик һәм сатирик хикәйәләр авторы Сәғит Агиштың үҙенсәлекле мираҫын тикшерә.

«Еңеүҙең 70 йыллығы» рубрикаһында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Миәкә районында халыҡ театрын асыуға ҙур өлөш индергән Ғиззәт Ғәббәсов менән танышырға мөмкин. Луиза Ғиниәтуллинаның «Музыкаға оло һөйөү» тип аталған мәҡәләһе музыка белгесе Людмила Атанованың ғәжәйеп яҙмышы хаҡында.

Журнал биттәрендә Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Фәрдүнә Ҡасимованың танылған уҡыусылары һәм коллегалары уның тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлаша.

Башҡорт милли кейемен барлыҡҡа килтереүҙә «3D» нисек ярҙам итә ала? Был һорауға Фатима Янбаеваның дизайнер һәм этнограф Илдар Ғатауллин менән әңгәмәһендә яуап табырға була.

Журналдың «Бейеү сәхнәһе» — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, хореограф Эльвира Дауытова ҡарамағында.  

Вәкил Шөғәйеповты йыш ҡына  «Башҡорт Страдивариһы» тип атайҙар. Илдар Шәрипов журнал биттәрендә башҡорт музыка ҡоралдарын эшләү оҫтаһы менән әңгәмә тәҡдим итә.

Шулай уҡ журналдың был һанында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры музейы экспонаттары хаҡында мәғлүмәт, өлкәндәр өсөн юмореска, балалар өсөн ҡыҙыҡлы ребус урын алған.

«Тамаша»  журналына икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу хаҡы  — 248 һум 28 тин, индексы — 73874.