11 декабрь, Йәкшәмбе

21 апрель 2015 йыл, 10:11

Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан» ДТРК-ның яңы аппарат-студия комплексын сафҡа индереүҙә ҡатнашты

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 20 апрелдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының генераль директоры Олег Добродеев, компанияның генераль директоры урынбаҫарҙары Рифат Сабитов, Станислав Хаустов, Алексей Земский, «Башҡортостан» ДТРК-һы директоры Азамат Сәлихов һәм башҡа рәсми кешеләр менән бергә «Башҡортостан» ДТРК-ның яңы аппарат-студия комплексын сафҡа индереүҙә ҡатнашты.  

Яңы комплекс составына «Dalet» автоматлаштырылған яңылыҡтар системаһы, серверҙар, биш студия камераһы инә. Бөгөнгө көндә бындай техника донъялағы алдынғы телекомпанияларҙа файҙаланыла.

Комплекс телевизион тапшырыуҙарҙы һанлы форматта күрһәтергә мөмкинлек бирә. Өфөлә уҙасаҡ ШОС һәм БРИКС саммиттары барышында «Башҡортостан» ДТРК-һы Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы каналдарында тура бәйләнеш булдырыу өсөн төп майҙансыҡ буласаҡ.

Аппарат-студия комплексын ҡарағандан һуң, Рөстәм Хәмитов һәм Олег Добродеев «Хәбәрҙәр-Башҡортостан» программаһының тура эфирында сығыш яһаны.

– Яҡшы тәьҫораттар алдыҡ. Ресурстар табып, Өфөләге филиалды тәүгеләрҙән булып йыһазландырыуҙары өсөн Олег Борисовичҡа рәхмәт белдерәм. Студия яңы форматҡа күсте. Һис шикһеҙ, телевидениела эш сифаты күпкә яҡшырасаҡ, – тип билдәләне республика Башлығы Рөстәм Хәмитов. – Беҙ, республика властары һәм Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы, бер-беребеҙгә ярҙам итеп эшләйбеҙ, сөнки халыҡҡа мәғлүмәт еткереү бик мөһим. Бының өсөн ресурстарҙы йәлләргә кәрәкмәй.

– Башҡортостан – һанлы форматҡа тулыһынса әҙер булған тәүге төбәктәрҙең береһе. 2016 йылға тиклем күсеп өлгөрмәгән компаниялар тейешле стандарттарға тап килмәйәсәк, – тине Олег Добродеев. – Өфөлә был айырыуса мөһим, сөнки ошо комплексты ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан асабыҙ. Быға Башҡортостан Республикаһы, шулай уҡ Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы етәкселеге ҙур өлөш индерҙе, тип иҫәпләйем.