Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

«Башҡортостан» телерадикомпанияһы һанлы тапшырыуға күсте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы (Рәсәй-Башҡортостан, Рәсәй24-Башҡортостан) һанлы тапшырыуға күсте. Дүшәмбе, 20 апрелдә, яңы ҡорамалдар эшләй башланы һәм һанлы форматтағы тәүге эфир булды.

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының биш төбәк холдингы менән бер рәттән һанлы сигналға күсә. Тиҙҙән республикала йәшәүсе һәр кем юғары сифатлы тапшырыу ҡарай аласаҡ.

Текст, видеоһүрәт, титрҙар өсөн 16 сервер яуап бирә. Хәбәрселәр, режиссерҙар, техниктар ҡарамағында яңы HD-камералар, студия, эш урындары, заманса аппарат-студия комплексы. Бынан тыш, «Далет» заманса һанлы монтажлау системаһы индерелә — хәҙер донъялағы алдынғы телекомпанияларҙа яңылыҡтарҙы эшкәртеүҙең ошондай системаһы менән файҙаланалар.

Шуны билдәләргә кәрәк: кәрәкле инфраструктура булдырылғандан һуң тулыһынса һанлы тапшырыуға күсереү буласаҡ. Бөтә республика буйынса юғары сифатлы сигнал тапшырыу өсөн махсус вышкалар ҡуйыласаҡ.

«Мега» ғаилә сауҙа үҙәгендә үткән «Рәсәй — Ваҡыт буйлап сәйәхәт. «Ҙур һан» проекты» акцияһының финалы һанлы ҡорамалдарҙың эшләй башлауы менән тап килде. 17 марттан 17 апрелгә тиклем телевизор ҡараусылар республика телерадиотапшырыуҙарының тарихы менән танышты. Акция барышында журналистар телевизион башняның төҙөлөшө, шулай уҡ ветерандар тураһында һөйләне, бер һүҙ менән әйткәндә, телевизион сигналдың тәүге тапшырғыстарынан алып һанлы телевидение технологияларына тиклемге юлды күрһәтте. Ошо ваҡыт эсендә тамашасылар серле һандарҙы йыйып, махсус номерға ебәрҙе. Иң әүҙем ҡатнашҡан ун кеше бүләктәр алды. Акцияның генераль партнеры «УзДЭУ Авто-Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте әҙерләгән төп приз — автомобиль Инзилә Фәйзрахмановаға тапшырылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть