Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан спортсыһы Анна Крившина яңы донъя рекорды ҡуйҙы

Спорт

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/.

Германияла IDM Berlin 2015 халыҡ-ара ярыштар үтте, унда донъяның 42 иленән 600-гә яҡын спортсы ҡатнашты.

Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында Башҡортостандан өс йөҙөүсе — паралимпия чемпиондары Михаил Зимин һәм Александр Неволин-Светов, шулай уҡ донъя чемпионы Анна Крившина сығыш яһаны.

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Анна Крившина күреү һәләте боҙолған спортсылар араһында 50 метр араға арҡала йөҙөү буйынса яңы донъя рекорды ҡуйҙы. Ошо араны ул 32 секунд эсендә үтте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть