10 декабрь, Шәмбе

20 апрель 2015 йыл, 17:23

Рөстәм Хәмитов Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының генераль директоры Олег Добродеев менән осрашты

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 20 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының (ВГТРК) генераль директоры Олег Добродеев менән осрашыу үткәрҙе. Яҡтар быйыл үтәсәк халыҡ-ара саммиттар сиктәрендә үҙ-ара килешеп эш итеү, шулай уҡ Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының төбәк филиалы эшен камиллаштырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

– Беҙ һәр саҡ һеҙҙең телерадиотапшырыуҙар компанияһына хөрмәт менән ҡараныҡ. Әлбиттә, һеҙ бик яҡшы эшләйһегеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Республикалағы филиалығыҙҙың да шулай уҡ әүҙем эшләүен теләйбеҙ. Һуңғы ваҡытта ыңғай үҙгәрештәр бар. Контент сифатының яҡшырыуын күрәбеҙ. Был беҙҙең өсөн ҡыуаныслы ваҡиға.

Республика Башлығы компанияның төбәк филиалы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы менән хеҙмәттәшлеген дауам итеүен теләне.

– Беҙҙә яуаплы, үҙ эшенең оҫталары эшләй. Бер-береңдән өйрәнеү файҙаға ғына, – тине төбәк етәксеһе.

Олег Добродеев, үҙ сиратында, филиалда бөтә техник ҡорамалдар ҡуйылған, бөгөнгө көндә канал саммиттарҙы яҡтыртыуға тулыһынса әҙер тип билдәләне.

Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының генераль директоры республика филиалы коллективының уңыштары хаҡында ла һөйләне.

– Хеҙмәткәрҙәр һаны, мәғлүмәт буйынса бында көслө компанияларҙың береһе эшләй. Бында ғәҙәти тапшырыуҙарҙы ғына күрһәтмәйәсәкбеҙ. Беҙ коллегаларыбыҙ менән компонентҡа башҡорт телендә тапшырыуҙар өҫтәү хаҡында һөйләштек.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы 1990 йылдың 14 июлендә булдырыла. Бер нисә айҙан «Рәсәй радиоһы» эфирға сыға. 1991 йылдың 13 майында РТР, 2001 йылдан «Рәсәй» телеканалы» тип атала башлаған телеканалдың тапшырыуҙары башлана. 1998 йылда Рәсәй Президенты Указы менән Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының бөтә медиа активтары бер холдингҡа берләштерелә. Бөгөнгө көндә Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы милли тапшырыуҙар өлкәһендә алдынғы урынды биләй.