5 декабрь, Дүшәмбе

20 апрель 2015 йыл, 16:45

27 апрелдә Өфө дәүләт авиация техник университеты ректорын һайлайҙар

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 27 апрелдә Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡыу йортоноң ректорын һайлау буйынса фәнни-педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең конференцияһы була.

Өфө дәүләт авиация техник университеты ректорын һайлау буйынса комиссия рәйесе, физика кафедраһы мөдире Игорь Александров хәбәр итеүенсә, ректор вазифаһына кандидаттар исемлеге Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығының Аттестация комиссияһы менән килешелгән. Исемлектә иҡтисад фәндәре докторы Александр Дегтярев, техник фәндәр докторы, профессор Николай Криони, техник фәндәр докторы Рөстәм Монасипов бар.

21, 22, 23 апрелдә Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры вазифаһына дәғүә итеүселәр уҡыу йортоноң структур бүлектәре коллективтары менән осрашасаҡ.

Һайлауҙар 6-сы уҡыу корпусында көндөҙгө 3-сө яртыла башлана.

Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры вазифаһына кандидаттарҙың программалары менән вуздың сайтында танышырға мөмкин.