4 декабрь, Йәкшәмбе

20 апрель 2015 йыл, 16:08

Өфөләге саммит ШОС илдәренең хәүефһеҙлек өлкәһендәге үҫешенә яңы динамика өҫтәйәсәк — эксперттар

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Өфөләге ШОС саммиты ойошмаға ингән илдәрҙең хәүефһеҙлек һәм хәрби-сәйәси өлкәһендәге үҫешенә яңы динамика өҫтәргә тейеш. Был хаҡта Мәскәү — Пекин видеокүпере барышында Ҡытай донъя проблемалары институты рәйесе Ши Цзэ белдерҙе, тип хәбәр ителә форумдың рәсми сайтында.

Ҡытай ижтимағи фәндәр академияһының Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһын тикшереү буйынса үҙәге генераль секретары Сунь Чжуанчжи ҙа үҙ сығышында ошо хаҡта һөйләне. Уның фекеренсә, бөтә донъялағы проблемаларҙы иҫәпкә алып, хәүефһеҙлек өлкәһендәге хеҙмәттәшлектең ҡайһы бер мәсьәләләрен ҡайтанан ҡарарға кәрәк. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ошо төбәк сиктәренән тыш булған бөтә проблемалар, көрсөктәр буйынса үҙенең позицияһын аныҡ билдәләргә тейеш, тип иҫәпләй эксперт.

ШОС дәүләт башлыҡтары советының алдағы ултырышында ойошма ҡеүәтләнәсәк, тип билдәләне Рәсәй Фәндәр академияһының Алыҫ Көнсығыш институты директоры урынбаҫары Сергей Лузянин. Ул яҡын арала Һиндостан менән Пакистандың статусы күтәрелеү, шулай уҡ күҙәтеүсе илдәрҙең исемлеген яңыртыу мөмкинлеге тураһында белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының киңәйеүе, бер яҡтан, донъяға ойошманың асыҡ һәм әүҙем булыуын күрһәтһә, икенсенән, уның  абруйын күтәрәсәк.