Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Күмертау ҡалаһында тотолған енәйәтселәр үҙ ғәйептәрен таныны

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Күмертауҙа биш кешене үлтереү факты буйынса тотолған 24 йәшлек Сергей Букаев менән 22 йәшлек Константин Сурков енәйәт ҡылыуҙа үҙ ғәйептәрен таныны, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Тикшереү комитетының матбуғат хеҙмәтенән. Уларҙың береһе ваҡиға урынында ғәйебен таныған. Икенсеһе менән әлеге ваҡытта тикшереүселәр эшләй.

Тикшереү версияһы буйынса, 16 апрелдән 17-нә ҡарай төндә компания 16 йәшлек ҡыҙҙың фатирында спиртлы эсемлектәр ҡуллана. Мәжлестә ҡатнашыусыларҙың күбеһе йоҡларға ятҡас, иҫерек Букаев 22 йәшлек танышын телефонын урлауҙа ғәйепләй һәм улар араһында ыҙғыш сыға. Ғәйепләнеүсе егеттең һәм 21 йәшлек ҡыҙҙың муйынына бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнсә.

«Башҡаларҙы шаһит булараҡ юҡ итергә хәл ителә. Ул ваҡытта ике ҡыҙ йоҡо бүлмәһендә, ә 17 йәшлек егет икенсе бүлмәлә йоҡлаған була. Енәйәтселәр 16 йәшлек фатир хужабикәһен 17 йәшлек ҡунаҡ ҡан тамырҙарын киҫте тип уята. Бүлмәнән сыҡҡас, Букаев уға бысаҡ ҡаҙай. Иң һуңғыларҙан булып 17 йәшлек ҡыҙҙы үлтерәләр. Фатирҙан сығыр алдынан Букаев кухнялағы кәүҙәләргә кокос юнысҡыһы һибеп сыға, әшнәләр мәйеттәргә спирт һибә һәм кухнялағы сепрәк-сапраҡты яндыра. Һуңынан улар енәйәт урынынан ҡаса», — тиелә тикшереү ведомствоһының белдереүендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть