Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

«Һылыуҡай - 2015» конкурсында Санкт-Петербург студенткаһы еңеү яуланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

«Һылыуҡай — 2015» республика гүзәллек бәйгеһендә Гран-приға Йылайыр районынан Илнара Үтәшева лайыҡ булды. Әлеге ваҡытта ул Санкт-Петербург дәүләт аграр университетында белем ала.

Башҡортостандың иң сибәр ҡыҙҙарын «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ҡотланылар.

Беренсе урынды һәм вице-мисс исемен Күгәрсен районынан Зәлиә Яппарова алды, икенсе урынды Салауат районынан Гөлшат Манапова менән Магнитогорскиҙан Светлана Кожаринова бүлеште, өсөнсөлә — Ишембайҙан Гөлназ Ильясова, Баймаҡтан Илнара Рахманғолова һәм Өфөнән Диана Мөхәмәтйәнова.

«Һылыуҡай — 2015» тажына дәғүә итеүселәр сибәр һәм сәхнәлә үҙҙәрен тота белеүҙән тыш, башҡорт теле, әҙәбиәте, мәҙәниәте буйынса һынау тотто. Әҙәбиәт йылына арналған ярышта иһә ҡатнашыусылар үҙҙәренә оҡшаған әҙәби образ һайлап алып, улар исеменән сығыш яһаны.

Конкурстың финалы 25 апрелдә киске сәғәт 9-сы 15 минутта Башҡортостан юлдаш телеканалында күрһәтеләсәк.

Быйылғы «Һылыукай» бәйгеһе 23-сө тапҡыр үткәрелде. Ошо йылдар эсендә унда 200-ҙән ашыу башҡорт һылыуҙары ҡатнашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть