9 декабрь, Йома

17 апрель 2015 йыл, 18:46

Белоретта «Урал батыр» эпосын иң яҡшы һөйләүселәр билдәләнде

фото: Белорет районы хакимиәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Бөгөн Белореттың Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәрҙең беренсе төбәк бәйгеһе үтте. Конкурсты ойоштороусылар булып Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, Белорет районының мәғариф идаралығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты сығыш яһаны.

Ҡобайыр башҡарыусылар, сәсәндәр мәктәбен үҫтереү, башҡорт халыҡ ижадының иң яҡшы өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу, уҡыусыларҙы тикшеренеү эшмәкәрлегенә йәлеп итеү, тыуған яҡтың тарихына һәм мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында ойошторолған йәш сәсәндәрҙең республика конкурсы 17-се тапҡыр үткәрелде.

Бәйгенең төбәк этабында Бөрйән, Архангел, Әбйәлил, Ғафури, Учалы һәм Белорет райондарынан 30 уҡыусы һәм фольклор коллективтары ҡатнашты.

Тәүҙә йәш башҡарыусылар «Урал батыр» эпосынан өҙөктәрҙе яттан һөйләне. Тасуири уҡыу, әҫәрҙе аңлау кимәле һәм ятланған юлдар һаны иҫәпкә алынды. Учалы районы Мулдаҡай мәктәбенең 10 класс уҡыусыһы Зарема Әминева иң яҡшы башҡарыусы тип танылды. Ул эпостың 4500 юлын ятлаған. Ошо уҡ этапта Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы Таһир Күсимов исемендәге гимназияның 8 класс уҡыусыһы Нурзилә Мөлөкова (3000 юл) менән Архангел ауылындағы 1-се мәктәптең 7 класс уҡыусыһы Урал Йосопов (1600 юл) айырылып торҙо.

Һуңынан конкурста ҡатнашыусылар баһалама ағзаларына «Урал батыр» эпосынан өҙөк сәхнәлештереп күрһәтте.

Командалар араһында Учалы, Белорет һәм Әбйәлил райондары еңеүсе тип танылды. Уларға ағымдағы йылдың июлендә Бөрйән районында үтәсәк «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәрҙең республика конкурсында сығыш яһау хоҡуғы бирелде, тип хәбәр иттеләр Белорет районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.