11 декабрь, Йәкшәмбе

17 апрель 2015 йыл, 17:55

Мәшғүллек үҙәгендә ойошторолған сираттағы вакансиялар йәрминкәһендә 100-ҙән ашыу өфөлө эш тапты

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 16 апрелдә Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә сираттағы вакансиялар йәрминкәһе үтте. Күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу, йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары, ресторандар һәм ҡунаҡханалар эш эҙләүсе граждандарға вакансиялар тәҡдим итте.

Йәрминкәгә 456 кеше килде, уларға 25 предприятиелағы 300 эш урыны хаҡында мәғлүмәт бирелде. Эш биреүселәр менән әңгәмәләшеүҙән һуң 109 кандидат эшкә саҡырылды.

Был көндө 28 граждан эшкә урынлашыуға ярҙам алыу маҡсатында йәштәр менән эшләү һәм ойоштороу-методик эш буйынса бүлеккә мөрәжәғәт итте. Улар һөнәри йүнәлеш буйынса тест үтте, консультация алды.

23 апрелдә коммуналь, социаль, шәхси хеҙмәттәр өлкәһендә сираттағы вакансиялар йәрминкәһе үткәрелә.