11 декабрь, Йәкшәмбе

17 апрель 2015 йыл, 16:28

Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы тәбрикләй

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда Өфөлә йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы ҡотлау тантанаһы булды. Республиканың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы байрамды «Хәтер тулҡыны» бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә үткәрҙе. Сара Еңеүҙең 70 йыллығына арналды.

Осрашыуға 36 һуғышта ҡатнашыусы һәм тыл эшсәне килде. Ветерандарҙы  Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова, республика Дәүләт Йыйылышы Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова, Дәүләт Йыйылышы депутаты, Өфө трикотаж фабрикаһы директоры Зөһрә Исмәғилева, республика Ветерандар комитеты рәйесе Владимир Попов тәбрикләне.

Һуғышта ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә сәскәләр һәм Өфө трикотаж фабрикаһынан, супермаркет селтәрҙәренең береһенән, республиканың Һуғыш һәм хәрби хеҙмәт ветерандары комитетынан бүләктәр тапшырылды. Өфө сәнғәт академияһы студенттары ойошторған концерт улар өсөн үҙенсәлекле бүләк булды.