6 декабрь, Шишәмбе

17 апрель 2015 йыл, 14:28

Башҡортостанда Юбилейный ятҡылығында ер аҫты ысулы менән руда сығарыу башланды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Хәйбулла районындағы Юбилейный ятҡылығында төҙөлә башлаған ер аҫты руднигында руда сығарыу башланды. Шаршамбы, 15 апрелдә, уның тәүге тоннаһы ер өҫтөнә сығарылды, тип хәбәр иттеләр «Башҡорт баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Юбилейный баҡыр һәм цинк рудалары ятҡылығын асыҡ ысул менән үҙләштереү 2006 йылдан алып барыла. Ятҡылыҡтың дөйөм запастарын 100 миллион тонна самаһы руда тәшкил итә, шуның менән бергә уның 88 процентын ер аҫты ысулы менән сығарыу планлаштырыла. Ошо маҡсатта 2011 йылда ер аҫты руднигы төҙөлә башланы. Дүрт йыл эсендә шахтерҙар 5670 метр ара үткән. 2014 йылда тәүге руда сығарылды.

Ағымдағы йылдың март урталарында «Башҡорт баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте «Юбилейный ятҡылығының тәжрибә-сәнәғәт участкаһын асыу һәм үҙләштереү» проектының сәнәғәт хәүефһеҙлеге буйынса ыңғай экспертиза үтеүе тураһында һығымта алды.

Ер аҫты руднигы белгестәре һүҙҙәренсә, әлеге мәлдә тәжрибә-сәнәғәт участкаһының өс камераһы мәғдән сығарыуға тулыһынса әҙер.

Быйыл ошо урында ер аҫты ысулы менән 237 мең тонна мәғдән сығарыу планлаштырыла. Юбилейный ятҡылығының дөйөм запастарын 11 миллион 385 мең тонна баҡыр һәм баҡыр-цинк рудаһы тәшкил итә.

25 апрелдә шахталағы беренсе руда «Башҡорт баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте фабрикаһына эшкәртелергә ебәрелә, тип аңлатма бирҙеләр предприятиеның матбуғат хеҙмәтендә.

темалар: тау сәнәғәте