8 декабрь, Кесе йома

17 апрель 2015 йыл, 12:28

Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Студент яҙы» «Беҙ тыныслыҡ яҡлы» девизы аҫтында уҙа

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Студент яҙы-2015» фестивале «Беҙ тыныслыҡ яҡлы» девизы аҫтында уҙа.

20 апрелдә Ҡала мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә аҙна дауамында факультеттағы концерттарҙа һайлап алынған 500-ҙән ашыу иң яҡшы студент сығыш яһаясаҡ.

— Тамашасыларға «Грация» эстрада бейеү ансамбле башҡарыуында «Георгий таҫмаһы», «Кружева» халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүенең премьераһы, «Держава» барабансылар төркөмөнөң хәрби маршы күрһәтеләсәк, — тип хәбәр итте уҡыу йортоноң йәмәғәтселек менән бәйләнеш һәм реклама бүлеге етәксеһе Ольга Михайлова.

Концерт киске сәғәт 6-ла башлана.

Студенттарҙың сығышын Башҡорт дәүләт филармонияһының баш режиссеры һәм эстрада художество етәксеһе Илшат Фәхертдинов, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Рим Әбделмәнов, Башҡортостан Йәштәр симфоник оркестрының художество етәксеһе Динар Дәүләтбаев, балетмейстер Эльмира Зиннәтуллина баһалай.

Апрелдә юғары уҡыу йорттарында «Студент яҙы-2015» республика фестивале сиктәрендә Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған концерттар ойошторола.

Гала-концерт 29 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк.