3 декабрь, Шәмбе

17 апрель 2015 йыл, 11:45

Республикаға эш сәфәре менән Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Николай Федоров килде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 17 апрелдә Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Николай Федоров килде. Өфө аэропортында уны республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды.

Башҡортостанда Николай Федоров төбәктә һөт малсылығын үҫтереүгә арналған эш кәңәшмәһен үткәрә. Унда Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре, республика ведомстволары, тармаҡ союздары һәм ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре, шулай уҡ муниципалитет башлыҡтары ҡатнаша.

Николай Федоров шулай уҡ республиканың бер нисә агросәнәғәт объекттарында, шул иҫәптән Ҡырмыҫҡалы районының  «Артемида» тоҡом малы хужалығында, Өфө районының «Цюрупа исемендәге агрофирма»ла һәм «Алексеевка» совхозы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһында буласаҡ, тип хәбәр иттеләр төбәк Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

темалар: эш сәфәре