8 декабрь, Кесе йома

17 апрель 2015 йыл, 10:47

Ял көндәрендә Башҡортостанда яҙғы һунар миҙгеле башлана

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 18 апрелдә Башҡортостанда һыу ҡоштарына һәм ҡарағай урманы кейектәренә яҙғы һунар миҙгеле асыла. Ошо ваҡыттан алып ҡурпысыҡ, ҡаҙ, ата өйрәк, ҡор, һуйыр ауларға рөхсәт ителә.

Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡыуыштан ултырып ҡына ҡына атырға була, йөрөп атыу тыйыла.

Раҫланған нормаларға ярашлы, быйыл яҙғы миҙгелдә бер һунарсы көнөнә биш ҡурпысыҡ, бер ата һуйыр һәм ҡор, өс ҡаҙ, өс ата өйрәк аулай ала.

Бөгөнгө көндә Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында 500 рөхсәт ҡағыҙы бирелгән.

Яҙғы һунар миҙгеле 27 апрелдә тамамлана.