4 декабрь, Йәкшәмбе

17 апрель 2015 йыл, 10:07

«Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалының яҙғы концерты Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы «Оло Еңеү — кескәй йөрәктәрҙә» тип исемләнгән байрам ойошторҙо. Быйылғы концертта 200-ҙән ашыу бала ҡатнашты. Сәхнәнән һуғыш йылдары, шулай уҡ хәҙерге заман һәм халыҡ йырҙары яңғыраны.

— Ошо йырҙарҙы ишеткәс, күңелгә шундай рәхәт. Беҙ бит балаларҙың шат тауышы тынмаһын өсөн көрәштек, — ти һуғыш ветераны полковник Жәүит Ғүмәр улы Кузеев.

Ул 21 йәшендә взвод командиры итеп тәғәйенләнгән һәм Бөйөк Ватан һуғышы ауырлыҡтарын лайыҡлы үтеп сыҡҡан.

Концерттың ҡуйыусы режиссеры — Ләйсән Солтанғолова. Йәш алып барыусылар һалдат хаттары, Бөйөк Ватан һуғышы батырҙары, Башҡортостандың Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө хаҡында бәйән итте. Тәнәфестә кескәй тамашасыларҙы күңелле уйындар, конкурстар һәм Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты әҙерләгән тәм-томдар көтә ине.

— Балаларыбыҙ Бөйөк Еңеү хаҡында белһә һәм уның хаҡында һөйләһә генә, ул онотолмаясаҡ, — тип ышана «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина.

Телевизор ҡараусылар концертты 9 майҙа ҡарай ала.