4 декабрь, Йәкшәмбе

16 апрель 2015 йыл, 17:58

А.В.Доставалов исемендәге Волга буйы федераль округының башҡорт кадет корпусы тәрбиәләнеүсеһе республиканың иң яҡшы кадеты тип танылды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда «Иң яҡшы кадет» исеменә республика конкурсы еңеүселәре һәм призерҙары билдәләнде. Һигеҙ конкурс һынауҙары йомғаҡтары буйынса 13 ҡатнашыусы араһынан А.В.Доставалов исемендәге Волга буйы федераль округының башҡорт кадет корпусы (Ишембай) тәрбиәләнеүсеһе Дмитрий Балакин иң яҡшыһы тип танылды. Икенсе урынды Мәләүез районының 4-се мәктәбе уҡыусыһы Иван Денисов яуланы. Өсөнсөлә — Стәрлетамаҡ ҡалаһының 4-се мәктәбенән Евгений Дмитриев.

«Иң яҡшы спортсы» номинацияһында Нефтекаманың 11-се мәктәбе кадеты Илүс Ғәлиев еңеп сыҡты. Күмертау ҡалаһының 6-сы мәктәбенән Артем Никитин — «Ижади яҡтан һәләтле», Дүртөйлөнөң 4-се мәктәбенән Шамил Фазлыев — «Иң мәргәне», Туймазы районы Серафимовка ауылының 3-сө мәктәбенән Дамир Әфләтүнов «Төплө белемле» тип танылды.

Башҡортостан Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кадеттар һүҙгә маһирлыҡ, карта буйынса эшләү, тәүге ярҙам күрһәтеү һәм шәхси һаҡланыу саралары, ут һүндергес менән ҡулланыу, автоматты һүтеп-йыйыу, пневматик винтовканан атыу буйынса ярышты.

Еңеүселәр һәм номинация лауреаттары дипломдар һәм ҡиммәтле приздар менән бүләкләнде.

Ярышты ойоштороусылар — Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы, Башҡортостандың Мәғариф министрлығы һәм «Рәсәйҙең ҡотҡарыусылар союзы» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе.