10 декабрь, Шәмбе

16 апрель 2015 йыл, 17:02

Республикала законһыҙ ағас ҡырҡыуҙан ярты миллион һумдан ашыу зыян килгән

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостанда 9 марттан 31-нә тиклем үткәрелгән «Лесовоз» операцияһында ҡануниәтте боҙоуҙың — 118, шул иҫәптән урманды законһыҙ ҡырҡыуҙың 15 осрағы асыҡланған. Республиканың Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, килтерелгән зыян күләме 556 мең һум тәшкил иткән.

— Операция барышында 284 полиция хеҙмәткәре һәм 356 урман инспекторы ҡатнашлығында 567 рейд үткәрелгән. 4478 кубометр ағас ташыған 418 транспорт тикшерелгән, — тип хәбәр итте ведомствоның дәүләт урман контроле бүлегенең әйҙәүсе белгесе Илдар Вальщиков.

Асыҡланған боҙоуҙар буйынса федераль дәүләт урман һәм янғын күҙәтеүе инспекторҙары административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 127 протокол төҙөгән. Законһыҙ урман ҡырҡыу факттары буйынса мәғлүмәттәр хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырылған. Ете енәйәт эше ҡуҙғатылған.