4 декабрь, Йәкшәмбе

16 апрель 2015 йыл, 16:39

Өфөлә бәләкәй метражлы фатирҙар проектын хупланылар

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Өфөлә бәләкәй метражлы фатирлы йорттар проекты экспертиза үтте. Был хаҡта Өфө хакимиәте кәңәшсеһе Владимир Барабаш хәбәр итте. Тиҙҙән төҙөлөшкә рөхсәт биреләсәк. Черниковка биҫтәһендәге Ҡулса урамында 20 метрлыҡ фатирлы йорттар төҙөлә башлай.

Фатирҙарҙың хаҡы миллион һум самаһы буласаҡ. Льготалы ипотеканы файҙаланғанда, тәүге иғәнә 200 мең һум тәшкил итәсәк, айлыҡ түләүҙәр 10 мең һумдан артмаясаҡ.

Проектты төҙөүселәрҙең береһе — Өфөнөң Заказ биреүсе һәм техник күҙәтеү хеҙмәте.

Шуны билдәләргә кәрәк: тиҙҙән Өфөлә ипотеканы йылына 7-8 процент менән  алырға мөмкин буласаҡ. Быны «Ҡала кешеһе» программаһы күҙ уңында тота.

— Ошо көндәрҙә беҙ рәсми рәүештә программаның башланыуын иғлан итергә ниәтләйбеҙ. Уның буйынса ипотеканы 10 проценттан кәмерәк итеү мөмкин, йәғни бында 7-8 процент тураһында һүҙ бара. Әлбиттә, был бөтәһенә лә ҡағылмай. Граждандарҙың категориялары, түләү ваҡыты иҫәпкә алынасаҡ. Был Рәсәйҙәге пилот проекты. Барыһы ла килеп сыҡһа, Өфө бөтә илгә билдәле буласаҡ,  — тине Владимир Барабаш. — Ошо программа ярҙамында Өфө халҡын торлаҡ менән тәьмин итеү һәм баш ҡаланың, төбәктең төҙөлөш баҙарына ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре хәл ителәсәк.

Рәсәйҙә дәүләт булышлығындағы ипотека март урталарынан ғәмәлгә инде. Уның буйынса процент ставкаһы 12 проценттан ашмай, әммә төҙөлөүсе торлаҡҡа ғына льготалы заем алырға мөмкин. Ошо программа өсөн дәүләт 20 миллиард һум аҡса бүлә. Иҫәпләүҙәр буйынса, 230 меңдән ашыу ғаилә процент ставкаһы түбән булған ипотека алыу мөмкинлегенә эйә.