4 декабрь, Йәкшәмбе

16 апрель 2015 йыл, 15:52

Башҡортостанда Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Николай Федоров баҫыу эштәре барышы һәм фермалағы эштәр менән танышасаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 17 апрелдә Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Николай Федоров килә. Сәфәр барышында Ҡырмыҫҡалы районының Бекет ауылындағы «Артемида» тоҡом малы хужалығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең һөтсөлөк-тауар фермаһына, Өфө районының Булгаков ҡасабаһындағы «Цюрупа исемендәге агрофирма» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәткә һәм «Алексеевка» совхозы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһына барыу ҡаралған. Унда министр һөт эшкәртеү заводы, ҡатнаш аҙыҡ цехы һәм теплица комплексы эше менән танышасаҡ.

Көндөң икенсе яртыһында төбәктең Ауыл хужалығы министрлығында «Башҡортостан Республикаһында һөт малсылығын үҫтереү тураһында» эш кәңәшмәһе үткәрелә.