5 декабрь, Дүшәмбе

16 апрель 2015 йыл, 14:37

Владимир Путин тура эфирҙа илебеҙ халҡының һорауҙарына яуап бирә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Йыл һайын уҙғарыла торған «Владимир Путин менән тура бәйләнеш» махсус программаһы башланды. Дәүләт башлығы «Первый», «Россия 1», «Россия 24» телеканалдары, «Маяк», «Вести FM» һәм «Радио России» радиостанциялары эфирында рәсәйҙәрҙең һорауҙарына яуап бирә. Аралашыу башланған саҡта Рәсәй Президентына 2 миллион 346 меңдән ашыу һорау ебәрелгән.  

Рәсәй Президентына һорауҙы студияға саҡырылған ҡунаҡтар ғына түгел, тура бәйләнеш ваҡытында, Рәсәй ҡалаларынан шылтыратҡан йәки берҙәм эшкәртеү үҙәгенә SMS-хәбәрҙәр, шулай уҡ ҡыҫҡа видеояҙма ебәргән  граждандар бирергә мөмкин. Программаның сайтына инеүселәр ҙә үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр буйынса Рәсәй Президентының фекере менән ҡыҙыҡһына ала.

Һорауҙар аҙна дауамында тупланды. Тура эфир ваҡытында Владимир Путинға берҙәм эшкәртеү үҙәгенә һәм сайтҡа килгән ҡыҙыҡлы һәм мөһим һорауҙар биреләсәк.

8-800-200-40-40 телефоны буйынса илдең теләһә ҡайһы нөктәһенән тура эфирға шылтыратырға була. Ҡала һәм кеҫә телефондарынан шылтыратыу бушлай.

Интернет аша һорауҙы www.moskva-putinu.ru йәки москва-путину.рф адрестары буйынса ебәрергә мөмкин. Бынан тыш, Президентҡа ҡыҫҡа видеомөрәжәғәт йәки мобиль ҡоролмалар өсөн махсус ҡушымта ярҙамында мөрәжәғәт итергә була.

04040 һандарына SMS һәм MMS-хәбәрҙәр Рәсәй элемтә операторҙары телефондарынан ғына ҡабул ителә. Хәбәр ебәреү бушлай. Һорау рус телендә яҙылған һәм күләме 70 билдәнән артмаҫҡа тейеш.