6 декабрь, Шишәмбе

16 апрель 2015 йыл, 13:27

Инклюзив белем биреү өсөн республикаға федераль бюджеттан 152,6 миллион һум аҡса бүленәсәк

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан инвалид балаларҙы уҡытыу өсөн белем биреү ойошмаларын асыуға федераль субсидиялар бүленәсәк субъекттар иҫәбенә инде.

Ошо маҡсатта республикаға 152 миллион 652 мең һум бүленәсәк. Тейешле бойороҡҡа Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған. Федераль түләү алыусылар исемлегендә — 82 төбәк, субсидияларҙың дөйөм суммаһы — 3 миллиард һумдан ашыу.

Был аҡсалар 3150 дөйөм белем биреү мәктәптәрен асыу өсөн тотонолорға тейеш тип күҙаллана. Субсидия биреү өсөн субъекттарҙы һайлап алғанда 2011-2015 йылдарға «Уңайлы мөхит» дәүләт программаһы сиктәрендә инвалид балаларға инклюзив белем биреү өсөн шарттар булдырылған дөйөм белем биреү ойошмаларын асыу буйынса сараларҙы күҙ уңында тотоусы раҫланған төбәк программаһының булыуы иҫәпкә алынған.

Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо аҡсалар республикалағы 155 дөйөм белем биреү мәктәбендә үҙенсәлекле ҡаршылыҡһыҙ мөхит булдырыуға һәм махсус, шул иҫәптән реабилитация һәм компьютер ҡорамалдары менән йыһазландырыуға, транспорт һатып алыуға йүнәлтеләсәк.