11 декабрь, Йәкшәмбе

16 апрель 2015 йыл, 12:34

Башҡортостан ит малсылығын үҫтереүгә 38,3 миллион һум аҡса аласаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Быйыл Башҡортостан ит малсылығы өлкәһендә ауыл хужалығын үҫтереүҙең иҡтисади әһәмиәтле төбәк программаларына булышлыҡ итеүгә бәйле сығымдарҙы финанслауға федераль бюджеттан 38,3 миллион һум аласаҡ.

Тейешле бойороҡ Рәсәй Хөкүмәтенең сайтында баҫылған.

Ошо йүнәлеш буйынса төбәк программаларын ғәмәлгә ашырыу инә малдар һанын 109 башҡа арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Башҡортостан бюджетына ит малсылығын үҫтереү буйынса төбәк программаһын финанслау шарттарында субсидиялар бирелә. Төбәк Ауыл хужалығы министрлығында аңлатыуҙарынса, ит малсылығы программаһы буйынса республика бюджетынан 20 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Рәсәйҙең 34 субъектына бөтәһе 2,4 миллиард һум бүленәсәк.

темалар: ауыл хужалығы