8 декабрь, Кесе йома

16 апрель 2015 йыл, 11:50

Бишбүләк районында Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премияны тапшырыу тантанаһы үтте

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ошо көндәрҙә Бишбүләк районында шағир-фронтовик Фәтих Кәрим көндәре бара. Саралар Еңеүҙең 70 йыллығына һәм Әҙәбиәт йылына арналған.

Бишбүләк Мәҙәниәт йортонда райондың Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премияһын тапшырыу тантанаһы булды. Ошо сарала шағирҙың ҡыҙы, журналист Ләйлә Кәримова, «Татмедиа» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры кәңәшсеһе Римзил Вәлиев, Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова ҡатнашты. Тантанаға С.Өмөтбаев исемендәге Минзәлә татар дәүләт драма театры артистары ла килгәйне.

Ләйлә Кәримова, журналист Наил Ғимазетдинов һәм профессор Илдар Ғимаев Фәтих Кәрим исемендәге премияға лайыҡ булды. Быйыл лауреаттарға тәүге тапҡыр махсус билдә тапшырылды.  

Сарала ҡатнашыусылар Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ринат Әйүпов ҡуйған «Күҙҙәреңде үбәм...» спектаклен ҡараны. Спектакль Фәтих Кәримдең һөйгәне Ҡәҙриәгә яҙған хаттарынан төҙөлгән.

Фәтих Кәримов 1909 йылдың 9 ғинуарында Бишбүләк районының Айыт ауылында тыуған. 1931 йылда «Башланғыс йыр» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы баҫыла. «Илле егет», «Йәшен яҡтыһы» әҫәрҙәрен китап уҡыусылар йылы ҡабул итә. Тиҙҙән шағир СССР-ҙың Яҙыусылар союзына ағза итеп алына.

Бер әҫәре өсөн яҙыусы нахаҡҡа ғәйепләнеп ҡулға алына һәм 10 йылға хөкөм ителә. Аҡланғандан һуң яҙыусы үҙе теләп фронтҡа китә. Һуғыш ваҡытында биш поэма, ике повесть, пьеса һәм 120-нән ашыу шиғыр яҙа. Шағир взвод командиры булып хеҙмәт итә, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә. 1945 йылдың 18 февралендә хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була.

1971 йылда Айыт ауылында Фәтих Кәримдең музейы асыла. 1999 йылда ул яңы бинаға күсә, эргәһендә шағир-фронтовиктың һыны ҡуйыла. Шул уҡ йылда шағирҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында әҙәби премия булдырыла, тип хәбәр иттеләр Бишбүләк районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.