6 декабрь, Шишәмбе

16 апрель 2015 йыл, 10:30

Рөстәм Хәмитов Рәсәй һәм Ҡаҙағстан араһында хеҙмәттәшлек буйынса хөкүмәт-ара комиссия ағзалары менән осрашты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 15 апрелдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй һәм Ҡаҙағстан араһында хеҙмәттәшлек буйынса хөкүмәт-ара комиссияһы ағзалары — Ҡаҙағстандың инвестициялар һәм үҫеш буйынса беренсе вице-министры Женис Ҡасымбәков, Рәсәйҙең транспорт министры урынбаҫары Сергей Аристов һәм Рәсәй Транспорт министрлығының Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек департаменты директоры Роман Александров менән осрашыу үткәрҙе.

Яҡтар транспорт инфраструктураһы үҫеше мәсьәләләрен, шул иҫәптән ағымдағы йылда Өфө менән Ҡаҙағстан араһында һауа юлын асыу мөмкинлеген тикшерҙе.

— Тура рейстар кәрәк. Шуның өсөн күпме тырышабыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Бөгөнгө көндә Ҡаҙағстан менән ҡыҙыҡлы проекттарыбыҙ бар. Сентябрҙә Өфөлә «Рәсәй — Ҡаҙағстан» форумы уҙа. Рейс мотлаҡ асылырға тейеш.

Осрашыуҙа «Европа — Көнбайыш Ҡытай» халыҡ-ара маршрут төҙөлөшө барышы, атап әйткәндә, Ырымбур йүнәлешендәге һәм Ҡаҙағстан сиге йүнәлешендәге автомобиль юлы участкаһы тикшерелде.

— Тәүҙәрәк юл республиканың ситенән үтер тип күҙалланғайны. Шул йүнәлештә эш алып барғандан һуң, көнсығыш коридорҙы бында күсерҙеләр. Беҙҙең биләмә буйлап 285 саҡрым. Беҙ ошо юл менән ҡыҙыҡһынабыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. — Ниндәйҙер этапта туҡтап ҡалдыҡ. 40 саҡрымға проект бар. Экспертиза үткәрҙек. Ҡалған 240 саҡрым өсөн аҡса бүләбеҙ. Эш килеп сыҡмаһа, бик аяныс буласаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Европа — Көнбайыш Ҡытай» халыҡ-ара маршруты Рәсәй, Ҡаҙағстан һәм Ҡытай биләмәһе буйлап үтә. Илдәр араһында маршрутты төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылған һәм дәүләт сиктәренә сығыу урындары билдәләнгән. Рәсәйҙә юл Санкт-Петербургтан башлана һәм Ырымбур өлкәһенең Сагарчин ауылы янында тамамлана. Маршруттың дөйөм оҙонлоғо 8,5 мең километр тәшкил итә, шуның 2,2 мең километры Рәсәй биләмәһе буйлап үтә.

Башҡортостандың Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Бәләбәй кеүек эре сәнәғәт үҙәктәре транспорт ағымын булдырыуға тәьҫир итеүсе зонаға инә. Шуға бәйле республикала 282 саҡрымлыҡ Баулы — Күмертау автомобиль юлын төҙөү планлаштырыла. 9,2 километр оҙонлоғондағы 73 күпер һәм яһалма ҡоролмалар ҡаралған. Төҙөлөштөң хаҡы 114,9 миллиард һум тәшкил итәсәк.