Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө Башҡортостан ҡалалары рейтингында өсөнсө урын яуланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/.

Өфө йыл һайын үткәрелгән «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге» конкурсы йомғаҡтары буйынса республика ҡала округтары рейтингында өсөнсө урын алды. Икенсе урында — Стәрлетамаҡ. Октябрьский ҡалаһы еңеүсе тип танылды.

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурс урындағы үҙидаралыҡ органдары эшенең һөҙөмтәлелеген арттырыу, республиканың иң яҡшы муниципаль берәмектәре тәжрибәһен өйрәнеү һәм таратыу, шулай уҡ урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән муниципаль берәмектәрҙе билдәләү маҡсатында уҙғарыла.

Краснокама районының Арлан советы — ике меңгә тиклем халыҡ йәшәгән иң яҡшы ауыл, Әлшәй районының Раевка ауыл советы ике меңдән ашыу халыҡ йәшәгән иң яҡшы ауыл тип танылды. ««Ауыл биләмәһе административ үҙәге менән иң яҡшы муниципаль район» номинацияһында — Тәтешле, «Ҡала үҙәге менән иң яҡшы район» номинацияһында Мәләүез районы еңеү яуланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть