4 декабрь, Йәкшәмбе

15 апрель 2015 йыл, 17:31

Салауат балалар йорттары тәрбиәләнеүселәрен — «Бала саҡ йондоҙҙары» төбәк конкурсында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итәсәк

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Быйыл республика балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре араһында «Бала саҡ йондоҙҙары» конкурсының төбәк этабы Салауатта үтә. Ижади бәйге Волга буйы федераль округының «Бала саҡты ҡайтарыу» проекты сиктәрендә уҙғарыла.

Конкурс ике этапта ойошторолдо. Тәүге һайлап алыу балалар йорттарында уҙҙы. Иң яҡшы сығыштар 17 апрелдә «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәгендә үтәсәк төбәк этабында ҡатнашыу өсөн һайлап алынды.

Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бәйгегә 21 балалар йортонан ғаризалар килгән. Республика этабында 10-18 йәшлек 120 бала үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ. Еңеүселәр 11-12 июндә Йошкар-Ола ҡалаһында уҙасаҡ фестивалдә ҡатнашасаҡ.

Конкурстың маҡсаты — етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы тормошҡа яраҡлаштырыу, шулай уҡ балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр араһынан һәләтлеләрҙе асыҡлау, уларҙың ижтимағи, ижади әүҙемлеген дәртләндереү.

темалар: конкурстар