5 декабрь, Дүшәмбе

15 апрель 2015 йыл, 16:01

Милли китапханала яҙыусы фронтовиктарҙың әҫәрҙәрен тикшерәсәктәр

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Дүшәмбе, 20 апрелдә, Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә «Һеҙҙең батырлыҡ — беҙҙең хәтерҙә мәңгелек» тип аталған лекция үткәрелә. Сара Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған.

Лекцияға Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенттары саҡырылған. Уны филология фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Гөлфирә Гәрәева үткәрә.

Сара барышында яҙыусы фронтовиктарҙың әҫәрҙәрен тикшереү, яугир- шағирҙарҙың шиғырҙарын уҡыу ҡаралған. Һуғыш йылдарында Башҡортостанда нәшер ителгән китаптар күргәҙмәһе эшләйәсәк.

Лекция көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.