9 декабрь, Йома

15 апрель 2015 йыл, 15:20

Башҡортостанда күсемһеҙ милек баҙарының йәнләнеүе көтөлә — республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Яҡын арала Башҡортостанда күсемһеҙ милек баҙарының йәнләнеүе көтөлә. Был хаҡта Өфөлә үткән түңәрәк өҫтәлдә республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Николай Гавва хәбәр итте.

— Үткән йылдың аҙағында барыһы ла илдә иҡтисади көрсөк буласағын күҙаллап, аҡсаларын нигеҙҙә күсемһеҙ милеккә һалды. Был хәл декабрь айында булды. Һуңынан ипотека буйынса ставканың кәмеүен көтөү арҡаһында килешеүҙәр һаны, шуға ярашлы, төҙөлөш баҙарына керемдәр кәмене. 1 апрелдән ипотека буйынса 12 процентлыҡ ставка ғәмәлгә инә. Бөгөнгө көндә беҙ килешеүҙәр төҙөүҙең һәм төбәктең төҙөлөш комплексына керемдәрҙең әүҙемләшеүен көтәбеҙ, — тип хәбәр итте Николай Гавва.

Николай Гавва әйтеүенсә, ағымдағы йылдың тәүге айҙарында республикала  төҙөлөш күрһәткестәре былтырғыға ҡарағанда күберәк.

— Ағымдағы йылдың беренсе кварталында Башҡортостанда 530 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Әгәр былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырһаҡ, 30 процентҡа күберәк килеп сыға, — тип һөйләне Николай Гавва.

— Былтырғы һөҙөмтәләр буйынса, торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса Өфө илдә алтынсы тиҫтәне биләй. Беҙҙә ихтыяж ҙур. Торлаҡ күп төҙөлөүгә ҡарамаҫтан, булған етешһеҙлектәр саҡ бөтөрөлә башланы, — тине Өфө хакимиәтендәге кәңәшсе Владимир Барабаш.

Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Николай Гавва ведомствола халыҡты ипотекаға ылыҡтырыуға булышлыҡ итәсәк тәҡдим әҙерләнгән тип билдәләне.

— Дәүләт комитетында халыҡты ипотекаға йәлеп итеү өсөн тәҡдим әҙерләнгән. Әлеге ваҡытта ул республика Хөкүмәтендә тикшерелә. Уның асылы республика аҡсалары иҫәбенә процент ставкаһын субсидиялауға ҡайтып ҡала. «Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ» программаһында торған кешеләр өсөн ипотека ставкаһын тағы ла ике процентҡа кәметергә, йәғни ставканы 10 процентҡа тиклем төшөрөргә тәҡдим итәбеҙ. Был төбәктә торлаҡ төҙөүҙе әүҙемләштерергә мөмкинлек бирәсәк. Ошондай программа республиканың баш ҡалаһында ла әҙерләнә, — тип йомғаҡ яһаны Николай Гавва.