Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле Себер ҡалалары буйлап гастролдәргә сыҡты

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары Рәсәйҙең төньяҡ төбәктәрендәге ҡалалар буйлап гастролдәргә сыҡты. Танылған ижади коллективтың сығыштарын Сорғот, Төмән, Нижневартовск, Екатеринбург, Ҡурған, Силәбе, Миәс, Снежинск тамашасылары ҡарай ала. Гастролдәр 13 апрелдән 25-нә тиклем дауам итә. Ансамбль Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиллеге булышлығында өлкәнең башҡорттар күпләп йәшәгән Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондарында ла сығыш яһай.

Ансамблдең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, гастролдәр Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына бағышланған. Концерт программаһы репертуарҙағы иң яҡшы әҫәрҙәрҙән төҙөлгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть