3 декабрь, Шәмбе

15 апрель 2015 йыл, 13:13

Ирек Зарипов — Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының спорт буйынса эксперт советы рәйесе

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Депутат Ирек Зарипов Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты ҡарамағындағы спорт буйынса эксперт советы рәйесе итеп һайланды. 14 апрелдә үткән ултырышта совет ағзалары шундай ҡарар ҡабул итте. Александр Семак совет рәйесе урынбаҫары булып ҡала, тип билдәләнеләр республика парламентының матбуғат хеҙмәтендә.

Ирек Зариповтан башҡа, яңы эксперттар араһында билдәле спортсы Оксана Савченко, РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры Евгений Емельянов, Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры кәңәшсеһе Марат Сабитов бар.

Ултырышта ҡатнашыусылар республикала күмәк спортты һәм юғары ҡаҙанышлы спортты үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе, артабанғы осрашыуҙар өсөн мөһим темаларҙы билдәләне. Киләһе ултырыш ГТО программаһын индереү проблемаларына арналасаҡ.